Өфөлә контрафакт алкоголде кер йыуыу машиналарында етештергәндәр

Өфөлә йәшерен рәүештә эшләгән спирт заводын тапҡандар.

Полицейскийҙар баш ҡаланың Орджоникидзе районында алкоголде законһыҙ етештереү фактын асыҡлаған. Цехты Өфө районында йәшәүсе 25 йәшлек ир ойоштороуы билдәле. Подразделениеның иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәшеү бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре 2,5 мең литр самаһы контрафакт һәм этил спиртын етештереү аппараттарын тартып алған. Бындағы продукция артабан төрлө спиртлы эсемлектәр йөҙөндә һатыуға сыҡҡан.

Шулай уҡ 25 йәшлек ирҙең Өфөлә һәм Благовещенскиҙа тағы йәшерен цехтар ойоштороуы асыҡланған. Уға ҡарата тауарҙарҙы һәм продукцияны маркировкаһыҙ етештереү буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.