Әзекәй ауылында яңы фельшер-акушер пункты ишектәрен асты. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлдө. Бинала пациенттарҙы ҡабул итеү һәм процедуралар уҙғарыу өсөн айырым бүлмәләр һәм махсус ҡорамалдар ҡаралған. Яңы ФАП- ауыл халҡына Яңы йыл бүләге, ти район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Анфиса Ишмөхәмәтова.
Теләш ауылында иһә төҙөкләндерелгәндән һуң мәҙәниәт йорто асылды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡәҙерова.
Төҙөкләндереү эштәре “Кесе Ватан мәҙәниәте” партия проекты буйынса тормошҡа ашырылды.





