2021 йылда Рәсәйҙәге барлыҡ мәктәптәр ҙә юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылырға тейеш

Был турала Президент Владимир Путин йыллыҡ матбуғат конференцияһында белдерҙе. Һорауҙы Волга буйы федераль округынан, Мордовия республикаһы хәбәрсеһе бирҙе. Ул пандемия шарттарында онлайн уҡыуға бәйле мәсьәләрҙең булыуы тураһында дәүләт башлығының иғтибарын йәлеп итте.

Матбуғат конференцияһында Владимир Путин Башҡортостан башлығын йәш һәм һөҙөмтәле етәксе тип баһаланы. Күмертау ҡалаһынан Әлизә Туҡтарова һорау биргәйне. Ул ғаиләләргә социаль түләүҙәр менән ҡыҙыҡһынды. Путин мәсьәләне асыҡларға ҡушты. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әлизә Туҡтарова һәм Башҡортостандағы барлыҡ ишле ғаиләләр социаль түләүҙәрҙе ваҡытында һәм тулы кимәлдә алған.

Фото №1 - 2021 йылда Рәсәйҙәге барлыҡ мәктәптәр ҙә юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылырға тейеш

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ