Бөгөн Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы старт алды

24 декабргә тиклем дауам итәсәк акция барышында юл инспекторҙары штрафтарын түләмәгән водителдәрҙе асыҡлаясаҡ. Юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы туҡтатҡанда инспекторҙар уны мәғлүмәт базаһы буйынса тикшерәсәк.

Штраф түләмәүселәрҙең 15 тәүлеккә тиклем административ аресҡа алыныуҙары ихтимал. Йыл башынан төбәктә 9 мең ярымдан ашыу бурыслы водитель административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Түләнмәгән штрафтар тураһында мәғлүмәтте төбәк автоинспекцияһының рәсми сайтында һәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша белергә мөмкин.

Фото №1 - Бөгөн Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы старт алды

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ