Ул ҡулланыусылар сәләмәтлеге һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәт күрһәтеү һөҙөмтәһендә, һаҡһыҙлыҡ менән ике һәм унан да күберәк кешенең үлеменә юл асыуҙа ғәйепләнә.
Тәфтишселәр фаразлауынса, ғәйепләнеүсе 2018 йылдың декабрендә Әбйәлил районы Ишбулды ауылында ҡарттар йорто асҡан. 2020 йылдың декабренә тиклем социаль хеҙмәттәр күрһәткән. Ҡарауға алынған оло йәштәгеләр һәм инвалидтар йәшәгән шәхси ағас йорттоң янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәүе хаҡында ул үҙе лә белгән.
Рафиҡ Әхмәтшин.




