«Вордскиллс» чемпионаты: «Янғын хәүефһеҙлеге»

Өфөлә «Вордскиллс» чемпионатының «Янғын хәүефһеҙлеге» компетенцияһы буйынса ярыш тамамланды.

Өс көн дауамында республиканың мәғариф учреждениеларынан алты команда беренселек өсөн көрәште. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн төрлө һынауҙар ойошторолдо. Улар экстремаль һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һөнәри оҫталығын күрһәтте, шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса инструктаж ойоштороу, профилактик саралар уҙғарыу буйынса белемдәре лә баһаланды.

Ярыш барышын бойондороҡһоҙ эксперттар күҙәтте. Еңеүсе команда Башҡортостан данын милли чемпионатта яҡлаясаҡ, күләмле сара киләһе йыл Өфөлә үтә.

Фото №1 - «Вордскиллс» чемпионаты: «Янғын хәүефһеҙлеге»

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ