Ошо уңайҙан Өфөлә Бөтә Рәсәй фәнни симпозиумы ойошторолдо. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты башланғысы менән уҙғарылған сарала Татарстан, Силәбе, Тверь өлкәләре һәм Мәскәү белгестәре ҡатнашты.
Наталья Демидова 17-се-18-се быуаттарҙа Башҡортостан һәм халҡыбыҙҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынған ғалимдарҙың береһе. Уның етәкселегендә Башҡорт АССР-ы тарихы буйынса 6 томлыҡ донъя күргән. Симпозиум барышында ла Наталья Демидованың хеҙмәттәр йыйынтығы фән эшмәкәрҙәре иғтибарына тәҡдим ителде.
Рафиҡ Әхмәтшин.




