Яңы йылға әҙерлек

Бишбүләк районы урамдарында ла байрам иллюминацияһы балҡый. Бер километрҙан ашыу майҙан гирлянда, биҙәү элементтары, сағыу уйынсыҡтар эленде. Райондың үҙәк майҙанына 20 метрлыҡ  шыршы ҡуйылды, балалар өсөн боҙ майҙансығы төҙөлдө. Байрамға әҙерлеккә урындағы халыҡ, эшҡыуарҙар ҙа дәррәү ҡушылды.

Бишбүләктә йәшәүсе эшҡыуар Павлов Юрий Григорьевич тәҡдиме буйынса яңы яҡтыртҡыстар ҡуйылды. Үҙәк урам быға тиклем булмаған биҙәү элементтары менән йыһазландырылды. Урындағы халыҡ иллюминациянан ҡәнәғәт булыр тип ышанабыҙ.

Александр Семёнов, Бишбүләк ауыл биләләмәһе хакимиәте башлығы
Фото №1 - Яңы йылға әҙерлек

Флорида Ким.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ