Аҡ һаҡаллы ҡарт менән уның ейәнсәре балаларҙы парктағы йортонда ҡабул итәсәк, байрам кәйефе өләшәсәк. Әле оҫталар Яңы йылдың төп хужалары киләсәк тирмәлә тылсым, мөғжизә тыуҙырыу өҫтөндә эшләй. БСТ каналының ижади төркөмө лә майҙанда булып эш барышы менән танышты.
Сибайҙарҙы Ҡыш бабай ошо тирмәлә ҡабул итәсәк. Әле бында оҫталар түшәмдәр балҡып торһон өсөн гирляндалар элә, тирмә эсен мейес һәм башҡа әкиәт элементтары менән байыта. Хужалар әйтеүенсә, бында сихри мөхит булырға тейеш.
Ҡыш бабай тирмәһен әҙерләү әле генә башланһа ла, парктағы каток балаларҙың шат тауыштарынан гөр килә. Бында өсөнсө йыл рәттән конькиҙа шыуыу майҙансығы эшләнә. Хәҙер ул һәр ғаиләнең яратҡан урынына әйләнгән, хатта бында асыҡ дәрестәр ҙә ойошторола.
Паркка килеүселәргә байрам кәйефе өҫтәү өсөн майҙанға төрлө төҫтәргә мансылған яҡтыртыу ҡоролмалары, арт объекттар урынлаштырылған. Иртәнән кискә тиклем майҙанда музыка яңғырап тора.
Катокта йөрөү өсөн конькиҙы үҙең менән алып килергә лә, ҡуртым пунктынан алып торорға ла мөмкин. Шулай уҡ бында саңғыла йөрөү өсөн һуҡмаҡтар ҙа бар, ял көндәрендә төрлө саралар, уйындар ойошторола. Сибайҙар әйтеүенсә, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа яңы йылдан мөғжизә көтә. Шуға кешеләргә ошо байрам кәйефен бүләк итеү мотлаҡ.
Рәмзиә Кәримова.




