Башҡортостан парламенты депутаттары иҫерек водителдәрҙең автомобилен тартып алырға тәҡдим итә

Башҡортостан парламенты депутаттары иҫерек водителдәрҙең автомобилен тартып алырға тәҡдим итә
Фото №1 - Башҡортостан парламенты депутаттары иҫерек водителдәрҙең автомобилен тартып алырға тәҡдим итә

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ошо мәсьәлә ҡаралды. “Йыл дауамында ике тапҡыр эскән килеш руль артына ултырған йәки аварияға эләккән водителдең машинаһы конфискациялана”, - тип белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев. Спикер фекеренсә, был сара иҫерек автоһәүәҫкәрҙәр ҡатнашлығындағы юл ҡазаларын кәметергә булышлыҡ итә һәм яҡшы иҫкәртеү сараһы була. Башҡортостан парламенты депутаты Руфина Шаһапова машиналарҙы тартыу алыуға ҡаршы булыуы хаҡында белдерҙе.

Башҡортостан парламенты депутаттары иҫерек водителдәрҙең автомобилен тартып алырға тәҡдим итә

Рәсәйҙә һәр һигеҙенсе, туғыҙынсы авария иҫерек водителдәр тарафынан ҡылына. 2018 йылда эскән шоферҙар арҡаһында 4 мең ярым кешенең ғүмере ҡыйылған. Быйыл бындай юл ҡазалары әҙерәк булған. Белгестәр күрһәткестәрҙең яҡшырыуын коронавирус пандемияһына бәйле сикләүҙәр индерелеү менән аңлата.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ