Документ социаль һәм медицина учреждениеларының берҙәм эш алып барыуын күҙ уңында тота. Инвалид булараҡ теркәлеү өсөн элек поликлиникаға барырға кәрәк булһа, хәҙер социаль хеҙмәткәр саҡырыуы буйынса терапевт өйгә килә, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Ауыр сирле һәм паллиатив ярҙамға мохтаждар өсөн дә тейешле медицина хеҙмәтләндереүен өйҙән сыҡмай алырға мөмкин була.





