Бөгөн Илеш районында социаль-мәҙәни объекттар сафҡа инде

Бөгөн Илеш районында социаль-мәҙәни объекттар сафҡа инде
Фото №1 - Бөгөн Илеш районында социаль-мәҙәни объекттар сафҡа инде

Андреевка ауылында модель китапхана һәм яңыртылған мәҙәниәт йорто асылды. Бер ҡыйыҡ аҫтында кино-концерт, дискотека, хореография залдары, хор һәм театр стулиялары, музей-күргәҙмә комплексы  урынлаша. Район хакимиәте белгесе Альбина Ғәбдуллина һөйләй.

Бөгөн Илеш районында социаль-мәҙәни объекттар сафҡа инде
Фото №2 - Бөгөн Илеш районында социаль-мәҙәни объекттар сафҡа инде

Ырсай ауылында 50 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды.  Мәктәпкәсә учреждение “Демография” милли проекты барышында тормошҡа ашырылған.

Бөгөн Илеш районында социаль-мәҙәни объекттар сафҡа инде

Ябалаҡ ауылында ла яңы клуб төҙөлөшө тамамланыу алдында.  Мәҙәниәт йорто Ябалаҡ, Илеш, Үрге Юлдаш һәм Иҫке Татыш ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ