Башҡортостан парламенты депутаттары ошо проектты хупланы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, бөтә илдә күсмә зоопарктар, цирктар һәм дельфинарийҙарҙы тыйырға тәҡдим ителә. Бындай урындарҙа хайуандарҙы аҫрау шарттары насар, улар тығыҙ ситлектәрҙә тотола. Был иһә агрессияның артыуына, хайуандарҙың кешеләргә ташланыуына килтереүе мөмкин. Башҡортостан башлығысы федераль кимәлдә хуплау табып закон ҡабул ителһә, ул ярты йылда көсөнә инә, тине Константин Толкачев.





