Белем усағы “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһына ярашлы башҡарыла. Районда 4 мең самаһы уҡыусы иҫәпләнә. Уларҙың 600-ҙән ашыуы Аҡъярҙағы 1-се, меңгә яҡыны 2-се мәктәптә уҡый. “Аҡъярҙа төҙөлгән бина төбәктәге иң заманса мәктәптәрҙең береһе буласаҡ”, ул полилингваль статусы ла ала”- ти ауыл биләмәһе башлығы Эльдар Буранбаев.
Мәктәп “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" дәүләт программаһына ярашлы төҙөлә. Белем усағын киләһе йылдың август аҙағында файҙаланыуға тапшырырға йыйыналар.





