“Айыҡ ауыл” конкурсының төбәк этабында приз фонды булдырған райондар артҡан

“Айыҡ ауыл” конкурсының төбәк этабында приз фонды булдырған райондар артҡан
Фото №1 - “Айыҡ ауыл” конкурсының төбәк этабында приз фонды булдырған райондар артҡан

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолава шул турала белдерҙе. Ул ярыштың ойоштороу комитеты ултырышында сығыш яһаны.

“Айыҡ ауыл” конкурсының төбәк этабында приз фонды булдырған райондар артҡан

“Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында 2 мең 114 ауыл ҡатнашҡан. Республика кимәлендә 54 ауыл ярыша. Уларҙың береһе – Илеш районы Дөмәй ауылы. Ауыл биләмәһе башлығы Руслан Басиков белдереүенсә, ярыш халыҡты берләштергән, яңы башланғыстарға күтәргән.

“Айыҡ ауыл” конкурсының төбәк этабында приз фонды булдырған райондар артҡан

Исемдәр ҙә республика конкурсында ҡатнаша. Был Күгәрсен районындағы ауыл. “Айыҡ ауыл” конкурсы кураторы Фәймә Аҡъюлова әйтеүенсә, пандемия булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ саралар ойоштороу юлын тапҡан.

“Айыҡ ауыл” конкурсының төбәк этабында приз фонды булдырған райондар артҡан

Быйыл эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмаған. Мәҫәлән, Нуриман районы Яңы Күл ауылынан бизнесмен Фәнис Мөхәмәтйәнов магазиндарында алкоголь һатыуҙан баш тартҡан. “Айыҡ ауыл” конкурсы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында танышырға була.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ