Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин бөгөн онлайн-брифингта шулай тип белдерҙе. 2023 йылғаса 1 меңдән ашыу мәктәптә “Үҫеш нөктәләре” тигән проект тормошҡа ашырыла. Айбулат Хажин әйтеүенсә, был йүнәлештә ауыл мәктәптәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
Айбулат Хажин уҙып барған йылға йомғаҡ яһаны. 2020 йылда коронавирусҡа бәйле сикләү һәм дистанцион белем биреүгә ҡарамаҫтан, сығарылыш класс уҡыусылары яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Берҙәм дәүләт имтихандары күрһәткестәре уҙған йылдарҙан юғарыраҡ булған.





