Беҙҙең илдә гражданлыҡ хәлен теркәү хеҙмәте 102 йыл элек булдырыла. Сабый тыуыуы, яңы ғаилә барлыҡҡа килеүе, йәки булғаны тарҡалыуы, вафат булыу – барыһы ла рәсми теркәлә. Һөнәри байрам уңайынан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты статистика мәғлүмәте менән таныштырҙы. Быйыл 10 айҙа республикала 34 мең 400-ҙән ашыу бала тыуған. Малайҙарға йышыраҡ – Әмир, ә ҡыҙҙарға Арина исеме бирелгән. Сибай ҡалаһы ЗАГС-ында ошо көндәрҙә 8-се игеҙ баланы теркәгәндәр. Бүлексә етәксеһе Айгөл Бохарбаева һөйләй.





