Уҙған тәүлектә республика юлдарында теркәлгән аварияларҙа ете кеше зыян күргән

Борай районында юл осрағы янғын менән тамамланған. Төбәк автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Яңауыл автомобиль юлының 136-сы километрында 14-се модель «ВАЗ» автомобиле ҡаршы килгән «Ниссан Премьера» менән бәрелешкән.

Һөҙөмтәлә ике автомобиль дә янып киткән. «ВАЗ» водителе дауаханаға оҙатылған, осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә республика юлдарында теркәлгән аварияларҙа ете кеше зыян күргән

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ