Быйыл һөнәри оҫталыҡ конкурсында үҙәк район дауаханаларының педиатрия участкаларынан туғыҙ йөҙҙән ашыу белгес ҡатнашҡайны. Уларҙы туғыҙы ғына финалға сыға. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһын БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.
Айгөл Ғәлимова ун дүртенсе йыл Бәләбәй үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Педиатрҙың – уң ҡулы, төп ярҙамсыһы ла ул.
Участкала меңгә яҡын бала иҫәпләнә. Шуға күрә урта медицина персоналы иңендә - яуаплы бурыс. Документ эшен алып барыуҙан тыш, яңы тыуған сабыйҙарға патронаж ойошторорға, профилактик прививкалар планлаштырырға кәрәк. Кескәйҙәр менән генә түгел, уларҙың ата-әсәләре менән дә уртаҡ тел табыу мөһим. Был йәһәттән Айгөл Ғәлимова үҙен яҡшы белгес тип таныта. Быйыл республика кимәлендә ойошторолған һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә ҡатнашып та, туғыҙ йөҙҙән ашыу шәфҡәт туташы араһында еңеүселәр исемлегенә инде. Конкурс өс этапта ойошторола, ҡатнашыусыларҙың теоретик һәм практик белеме баһалана.
Бәйгенең финалында уңышлы сығыш яһаған туғыҙ шәфҡәт туташы Башҡортостандың профсоюздар йортона саҡырылды, уларға дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында бәләбәйҙәрҙән тыш, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Күмертау ҡалалары, Баҡалы, Салауат райондары белгестәре лә бар.
Тантаналы сара барышында һәр ҡатнашыусы тураһында ҡыҫҡа видеояҙма күрһәтелде. Туймазы үҙәк район дауаханаһынан Анна Курочкина айырым иғтибарға лайыҡ. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы педиатрия участкалары араһында ойошторолған республика конкурсында иң яҡшы шәфҡәт туташы тип танылды. Хеҙмәттәштәре билдәләүенсә, был лайыҡлы еңеү.
Шәфҡәтлелек – уларҙың йөрәгендә. Мәрхәмәтле һөнәр эйәләре коронавирус пандемияһы башланғас та, табиптар менән бергә инфекцияға ҡаршы алғы һыҙыҡта. Аҡ халат урынына һаҡланыу костюмдары кейеп, улар «Ҡыҙыл зона»ға ла ҡыйыу үтә. Ауыр сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырыуға индергән өлөштәре баһалап бөткөһөҙ.
Гөлназ Хәйбуллина.




