Өфөнөң күп профилле 44-се полилингваль мәктәбендә тәжрибә булараҡ индерелгән уҡыу программаһы яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Быға тиклем рус телендә генә һөйләшкән малай-ҡыҙҙар башҡорт телен өйрәнеүгә ҡушылып тиҫтерҙәре менән аралаша. Инглиз, немец, төрөк , рус, башҡорт, татар телдәрен бер юлы үҙләштереү менән билдәле смарт мәктәп көндәлеген БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким барланы.
Бишек йырын тыңлаған малай-ҡыҙҙар уҡытыусы аңлатҡан мәғлүмәтте моң, тауыш, хис-тойғолар аша үҙләштерә. Өфөнөң 44-се мәктәбендә уҡыған балаларға башҡорт телен башланғыс кимәлдә өйрәтеү өсөн башлыса уйын формаһы ҡулланыла. Рус телендә һөйләшкән малай-ҡыҙҙар мауыҡтырғыс программаға ярҙамында башҡорт телен дә ҡыҙыҡһыныу менән үҙләштерә башлай.
Полилингваль мәктәп педагогтары әйтеүенсә, уҙған йылда уҡыу программаһында ҡулланыла башлаған алымдар яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Рус телендә генә һөйләшкән балалар үҙҙәренең башҡорт синыфташтары менән аралашыуына ҡыуанып, дәртләнеп яңы телде үҙләштерә.
Күп профилле полилингваль мәктәптә телдәрҙе үҙләштереү өсөн матди-техник база яңыртылған. Шулай уҡ смарт-мәктәптә быйыл Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән кабинет асылған. Баш ҡалала данлыҡлы генералдың исемен йөрөткән махсус класс тағы ла ике белем усағында ғына ойошторолған.
Герой Шайморатов кластарында уҡыусыларға берҙәм мәктәп формаһы индерелә. Малай-ҡыҙҙар ҡаҙаныштары өсөн «Йәш шайморатовсы» билдәһе менән бүләкләнә.
Заманса программа һәм интерактив ҡоролмалар нигеҙендә дәрестәр алып барылған мәктәптә тәнәфестәр ҙә файҙалы үтә. Малай-ҡыҙҙар пластилин һындар яһап йәнһүрәт төшөрә һәм аҙна аҙағында һәр синыфтың ижады экранда күрһәтелә. Әлбиттә, һәр тамаша телдәрҙе үҙләштереү маҡсаты менән әҙерләнә.
Уҡыу процессы көсөргәнешле, ауыр алып барылһа кескәйҙәрҙең, үҫмерҙәрҙең тел өйрәнеүгә ынтылышын юҡҡа сығарып була. Ә уларҙың һәләттәре уйын, дәртләндереү саралары, музыка һәм башҡа алымдар менән асылғанда уҡыу күпкә һөҙөмтәлерәк килеп сыға. Белем усағын дәүләт телдәрендә һөйләшкән, башҡа милләттең телен аңлаған шәхестәр тамамлап сыға.
Флорида Ким.




