Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2021 йылды Башҡортостанда Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итергә тәҡдим иткән

Был турала ойошманың киңәйтелгән ултырышында башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Азат Ярмуллин белдергән. Тәҡдим Республика Хөкүмәтенә ебәрелгән. Тамамланып килгән 2020 йылды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡоролтай тәҡдиме менән Башҡорт теле йылы тип иғлан иткәйне. Йыл йомғаҡтары ошо аҙнала Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа барланды. 

Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәрен исемен мәңгелләштереү, шанлы үткәндәрҙең әлегә тиклем киң йәмәғәтселеккә билдәһеҙ яҡтарын асыу маҡсаты ла ҡуйыла.

Фото №1 - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2021 йылды Башҡортостанда Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итергә тәҡдим иткән

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ