Башҡортостан хәрбиҙәре Үҙәк хәрби округы спартакиадаһына әҙерләнә

Алкин ҡасабаһындағы хәрби гарнизонда хеҙмәт итеүсе спортсылар Үҙәк хәрби округы һәм инженер ғәскәрҙәре беренселегенә билбау көрәше һәм хәрби ҡул көрәше буйынса ярыштарға әҙерләнә. Ватан һаҡсыларының яуаплы спартакиада алдынан физик күнекмәләре барышын БСТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Артур Зөлҡәрнәев инженер ғәскәрҙәренә 2020 йылдың 13 июленән саҡырылған. Ярты йыл хеҙмәт итеү осоронда Рәсәй һәм Донъя чемпионы үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән. Артур биш йәшенән атаһы, көрәш буйынса тренер Валерий Зөлҡәрнәевтан бер тотам да ҡалмаған. Көрәш алымдарын, сыҙамлылыҡ кеүек сифаттарҙы ул күнекмәнән-күнекмәгә үҙендә нығыта бара һәм 12 йәшендә Донъя чемпионы исемен яулай. Әрмелә лә үҙе хеҙмәт иткән часта профессиональ спорт менән шөғөлләнеүгә күп ваҡыт бүлә. Баһадир егет киләһе йылда үтәсәк Рәсәй чемпионатында, үҙәк хәрби округы спартакиадаларында сығыш яһарға хәҙерҙән үк етди әҙерлек алып бара.

Инженер ғәскәрҙәренә хеҙмәткә алыныусы егеттәр казармаларҙа хәрби устав буйынса йәшәй. Спортсылар үҙҙәренә тәғәйенләнгән ял минуттарын да файҙалы шөғөлдәр менән үткәрә. Кикбоксинг менән шөғөлләнеүсе Азамат Әхмәтшин да бында Рәсәй һәм донъя кимәлендә ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн шарттар тыуҙырылыуына шат.

Әрменән һуң егеттәргә бөтә ишектәр ҙә асыла, әле һалдат итеген кейеп өлгәрмәгән егеттәргә хәрби хеҙмәттән ҡурҡмаҫҡа саҡырам, Ватан алдында бурыстарын намыҫ менән үтәп сығыуҙарын теләйем. Бында миңә кикбоксинг менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар.

Азамат Әхмәтшин, кикбоксинг менән шөғөлләнеүсе

Профессиональ спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүсе егеттәр төрлө кимәлдәге ярыштарҙа Башҡортостан, Рәсәй данын яҡлай. Еңеүҙәре менән хәрби хеҙмәттең бәҫен арттыра.

Өс егетебеҙ Рәсәй, тағы ла өсәүһе Башҡортостан йыйылма командаһы ағзалары.

Казбек Бабаев, инженер ғәскәрҙәренең физик әҙерлек буйынса командир ярҙамсыһы

Беҙҙә билбау, грек-рим көрәше, кикбоксинг, саңғы спорты буйынса чемпиондар әҙерләнә. Киләһе йылғы ярыштар февралдә, март аҙаҡтарында үтәсәк. Егеттәрҙе уларға бөгөндән әҙерләйбеҙ.

Ил, донъя кимәлендәге ярыштарға, спартакиадаларға аҙым ошо ябай спортзалдан башлана. Ватан һағында тороусы егеттәр Яңы йылда ла яңынан яңы үрҙәр яуларға, Башҡортостан һәм үҙҙәре хеҙмәт иткән хәрби частың данын бөтә ил кимәлендә танытырға ниәтләй.  

Фото №1 - Башҡортостан хәрбиҙәре Үҙәк хәрби округы спартакиадаһына әҙерләнә
Башбат

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ