Республикала коронавирусҡа бәйле үҙизоляцияла булған граждандарға аҙыҡ-түлек тупланмалары һәм дарыуҙар таратыла

Иғтибар үҙәгендә – ауыр тормош шарттарында ҡалған өлкән быуын вәкилдәре, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр. Мәкерле инфекция менән көрәштә ирекмәндәр ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Нефтекама ҡалаһынан БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин репортажы.

Нефтекама ҡалаһының «Октава» штабы пандемияға тиклем ойошторола. Үҙәк эшмәкәрлеге илһөйәрлеккә йүнәлтелгән төрлө саралары менән билдәле. Ирекмәндәр марттан эш башлай. Һәм бөгөнгә тиклем 5 мең ярымлап кешегә ярҙам күрһәтелгән.

Ирекмәндәр оло йәштәгеләргә шылтыратып ҡына ҡалмай, йорттарына барып хәлен, ниндәй ярҙам кәрәклеген дә һораша. Ошонан сығып, кемгәлер аҙыҡ-түлек тупланмаһы, амбулатор дауаланғандарға бушлай дарыуҙар илтеп бирелә.

Мәрхәмәтлек эше бар хәүефһеҙлек сараларына ярашлы башҡарыла. Мәкерле вирусты эләктермәү өсөн ирекмәндәр социаль дистацияны ла һаҡлай.  

Ирекмәндәр эшендә ҡала халҡы ла ситтә ҡалмай. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. 2020 йылда, ғөмүмән, ирекмәндәр хәрәкәтенең ике тапҡыр артыуы күҙәтелә. Медиктар менән бергә пандемияға ҡаршы көрәшкә ябай халыҡтың сығыуы ла билдәле. Меңдәрсә кешегә ярҙам күрһәтелгән. Сирлеләргә, оло йәштәгеләргә булышлыҡ итеү юғары технологиялар замаанында ла хәстәрлек, кешелеклек сифаттарының изге төшөнсә булып ҡалыуын иҫбатлай.

Фото №1 - Республикала коронавирусҡа бәйле үҙизоляцияла булған граждандарға аҙыҡ-түлек тупланмалары һәм дарыуҙар таратыла

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ