Ағиҙел ҡалаһында ҡояш электр станцияһы урынлаштырыла башланы. Яңы объектҡа Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы филиалы биләмәһендә нигеҙ һалынды. Киләсәктә урта махсус уҡыу йортонда яңы йүнәлеш булдырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла.
28 квадрат метр майҙанды тәшкил итәсәк ҡояш панелдәре 5 киловатт электр ҡеүәтен етештерәсәк тип көтөлә. Инвестиция проекты сит ил предприятиеһы менән республика араһындағы килешеү нигеҙендә эшләнә.
Программа буйынса ул студенттарға теория һәм практик тәжрибә туплау майҙансығы буласаҡ. Киләсәктә улар ҡояш электр станцияһында эшләй ала. Әйткәндәй, көндөҙгө бүлектә 300-ҙән ашыу студент белем алған уҡыу йортонда төрлө фәһемле осрашыуҙар ҙа үтә. Башлыса сараға эшҡыуарҙар махсус саҡырыла.
Азат Ғәлиуллин.




