Яңы һулыш һәм көс менән

Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында йәшәүселәр «Айыҡ ауыл-2019» конкурсында еңеү яулағандан һуң да әүҙем тормош алып бара. Быйыл ғына урамға асфальт түшәлгән, мәктәптең спорт залы яңыртылған һәм балалар майҙансығы асылған. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Хәҙер бында балалар тауышы тынмай. Мәктәптә дәрестәр тамаланғандан һуң майҙансыҡҡа инмәйенсә ҡайтмайбыҙ, ти Динә Янбаева. Ике ҡыҙ үҫтереүсе әсә яңы объекттың асылыуын  түҙемһеҙләнеп көтөп ала.

Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында быйыл яңы балалар һәм спорт майҙансығы сафҡа инә. Уны төҙөү «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Эш ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарыла, техника һәм эшселәргә ҡытлыҡ булманы, ти подрядсы ойошма етәксеһе.

Парк биләмәһе кәртәләнә, ял зонаһы булдырыла, яҡтыртыу һәм уйын ҡоролмалары урынлаштырыла. Сабыйҙар хәүефһеҙле өсөн резина япма түшәлә. Эргәлә генә мәктәп, клуб, балалар баҡсаһы эшләп килә.  Әткәндәй, үргендәр «Айыҡ ауыл -2019» республика конкурсы еңеүсеһе тип танылғайны. Бәйге менән тормош тамамланмай икәнлеген улар үҙ миҫалында иҫбатлай.

Башҡорт Үргене ауылында 1015 кеше йәшәй, шул иҫәптән 200-гә яҡын бала. Ауыл хакимиәте башлығы белдереүенсә, киәсәктә ауылды тағы ла матурларға, уңайлы мөхит булдырырға ниәтләйҙәр. Төп маҡсат – йәштәрҙе ауылға ҡайтып йәшәргә ылыҡтырыу.

Фото №1 - Яңы һулыш һәм көс менән

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ