Ауыл-ҡалаларҙа боҙ ҡаласыҡтары төҙөлә, шыршылар ҡуйыла. Әкиәт ҡаласыҡтарының асылыуын барыһы ла ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Баймаҡ районындағы байрам алды кәйефе хаҡында киләһе яҙмала.
Сыңғыҙ ауылында боҙ ҡаласығын төҙөү быйыл сират буйынса ,,Ярама йылға,,округына йөкмәтелде. Ярма йылғалар, депутаттары Ғәлимйән Усманов етәкселегендә, дәррәү эш башланы. Һәр кем ҡаласыҡты төҙөүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша.
Таулыҡай ауылының боҙ ҡаласығы тиҙҙән балаларҙың шат тауышына күмеләсәк. Төҙөлөш эше менән 12 йыл рәттән Хәйҙәр Раев етәкләй. Ҡарҙың юҡлығы бер аҙ эсте бошорһа ла, оҫталар һындарҙы боҙҙан яһарға өйрәнеп тә алған. Һындарҙы яһауҙа бригада үҙ фантазияларынан тыш, интернет селтәре өлгөләре менән дә ҡуллана.
Боҙ ҡаласыҡтары, тәү сиратта, байрам кәйефен тыуҙырыу, урындағылар саф һауала үҙ ваҡыттарын файҙалы үткәрһен өсөн төҙөлә. Һәр һын, һәр тау кеше хеҙмәте менән башҡарыла. Быға күп көс һәм аҡса талап итела. Шуға ла Яңы йыл ҡаласыҡтарында тәртип – беренсе урында булырға тейеш.




