Бөгөн Стәрлетамаҡ ковид госпитале тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк

Рекордлы срокта төҙөлгән заманса клиника-диагностика инфекция үҙәге бөгөн файҙаланыуға тапшырылды. Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Камкин, Федерация советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Валерий Рязанкий ҡатнашты. Илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко республика табиптарын иҫтәлекле дата менән видеобәйләнеш аша тәбрикләне. Башҡортостан тарихына яҙыласаҡ тарихи ваҡиға хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Һәр палатаға урамдан айырым инеү урындары, йыуыныу бүлмәһе, заманса йыһаздар, тәүге ярҙам мөмкинлектәре. Ковид госпиталдә пациенттар өсөн уңайлы, яҡты бүлмәләр әҙерләнгән.

Стәрлетамаҡ дауаханаһы Өфө районының Зубов госпитале проекты буйынса илле көн эсендә генә төҙөлгән. Тик ыңғай үҙгәрештәр менән. Бында санитар авиация өсөн вертолет майҙансығы, бактерияларға тикшереү үҙәге бар, кислород станцияһының ҡеүәте лә ҙурыраҡ, запас аҙна ярымға етә.

Яңы объектта коридорҙар ҙа, бүлмәләр ҙә иркенерәк итеп төҙөлгән. Әммә бында иң мөһиме заманса ҡорамалдар һәм яңы бүлексәләр. Үҙәкте йыһазландырыуға 800 миллион һумға яҡын аҡса тотонолған, ә объектты төҙөүгә киткән сумма ике тапҡырға күберәк.

Республика башлығы билдәләүенсә, был бер йыл эсендә төҙөлгән икенсе ковид госпиталь. Кеше ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә хәүеф янауы кәрәкле объекттарҙы тиҙ һәм сифатлы итет төҙөү бурысын ҡуя. Төҙөлөш эштәре башҡа учреждениеларҙа ла бара.  Киләһе 4 йыл эсендә тәүге медицина звеноһын үҫтереүгә генә 16 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә, тине Радий Хәбиров. 

Радий Хәбиров төҙөүселәргә һәм табиптарға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп, дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ госпитале техник йыһазландырыу һәм тәғәйенләнеше буйынса Республикалағы иң ҡеүәтле учреждениеларҙың береһе.  Әлбиттә һыуыҡта йылтыу системаһын тоҡандырыу, техника алыу менән бәйле ҡатмарлыҡтар була, әммә бар проблемалар ваҡытында хәл ителә.

Башҡортостан табиптарын илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко  видеобәйләнеш аша тәбрикләне. Ул пандемия мәлендә был объекттың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.

Федераль ҡунаҡтар яңы объектты юғары баһаланы. Улар билдәләүенсә, ете тажлы ҡурай формаһында төҙөлгән госпиталде Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә сафҡа индерегә мөмкин. Үҙәк заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Тәүгеһе Силәбе өлкәһендә файҙаланыуға тапшырылған да инде. Проект менән шулай уҡ Ульяновск өлкәһе һәм тиҫтәнән ашыу башҡа төбәк тә ҡыҙыҡһына.

Яңы үҙәк 70 айырым палатанан тора, ул 350 пациентҡа тиклем ҡабул итә ала. Бынан тыш, госпиталдә хеҙмәткәрҙәр өсөн 30 урынлыҡ ятаҡ ҡаралған. Табиптар тәүге ауырыуҙарҙы дүшәмбе ҡабул итә башлай.

Фото №1 - Бөгөн Стәрлетамаҡ ковид госпитале тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ