Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлы Инфраструктура проекттарын милли баһалау системаһының иң уңышлы өс "пилот" проекты исемлегенә инде.
Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ВЭБ.РФ дәүләт корпорацияһын үҫтереү буйынса онлайн кәңәшмәлә ҡатнашты. Республика етәксеһе Өфөнән көнсығыш сығыу юлы проекты менән таныштырҙы.
2023 йыл аҙағына яңы юл Башҡортостандың баш ҡалаһын М-5 федераль трассаһы менән тоташтыра. Рәсәйҙең Финанс министрлығы башланғысы нигеҙендә ул инфраструктура проекттарын баһалау һәм сертификатлау буйынса милли системаның иң уңышлы өс проекты иҫәбендә билдәләнгән.




