Республика төбәктәрендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары файҙаланыуға тапшырыла

Сираттағыһы Нефтекама ҡалаһы эргәһендәге Ҡырым-һарай ауылында сафҡа инде. Урындағы халыҡ медицина учреждениеһының асылыуын тиҫтәләрсә йыл көткән. «Сәләмәтлек» милли проекты ярҙамында ул тик быйыл ғына тормошҡа ашырылып, тәүге пациенттарын декабрь башында ҡабул итә. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин ентекләберәк.

Медицина учреждениеһы асылыуын урындағы халыҡ ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Объект файҙаланыуға тапшырылғас та Ҡырым-һарай ауылында йәшәүселәрҙең барыһы ла тиерлек килеп ураған. Табипҡа күренеү өсөн түгел, ә ҡыҙыҡһыныуын еңеп. Өҫтәүенә, модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктына яңы белгес тә эшкә ҡайтты.

Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты бар заман талаптарына һәм санитар нормаларға яуап бирә. Кәрәкле медицина ҡоролмалары менән йыһазландырыуы ла беренсе ярҙам күрһәтеүҙә мөмкинлеге ҙур. 82 йәштәге Наталья Васеньгина Ҡырым-һарайҙа ете тиҫтә йылдан ашыу йәшәй. Медицина ярҙамы артынан бөгөнгә тиклем 8 саҡрымдағы Ташҡын ауылына йөрөр булған.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, был төр ФАП-тар ике яҡлы килешеү нигеҙендә төҙөлә. Муниципалитет ер участкаһы, инженер селтәрҙәрен тоташтырыуҙы тәьмин итһә, модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын һатып алыу, урынлаштырыу һәм кәрәкле медицина ҡорамалдары йыһазландырыуҙы ведомство үҙ өҫтөнә ала. Яңы учреждениены финанслау буйынса дәүләт программалары ла эшләй. Был йәһәттән, «Ауыл фельдшеры» республика программаһы буйынса 500 мең һум аҡса бүленә.

Фото №1 - Республика төбәктәрендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары файҙаланыуға тапшырыла

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ