Был дауахана ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлдө. Ул 350 урынға иҫәпләнгән. Шулай уҡ өҫтәмә 260 урын булдырыу мөмкинлеге ҡаралған. Башҡортостанда икенсе ковид-госпиталь асыу мөһимлеген Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ла билдәләне.
Стәрлетамаҡтағы ковид госпиталь төҙөлөшө өсөн бюджеттан 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Башҡортостан проекты буйынса Силәбе ҡалаһында ла ҡурай тажын хәтерләткән дауахана һалынды.





