“Коронавирус пандемияһы беҙҙе берләштерҙе. Волонтерҙар сафы киңәйә”, - ти район ирекмәндәр штабы етәксеһе Илһам Ишкинин.
Республикала “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр штабы шылтырыуҙар үҙәге эшләй. Телефон һандары: 8 (800) 201-89-03. Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем бәйләнешкә сығырға була. Волонтерҙар 65 йәштән өлкәндәрҙән һәм хроник сирлеләрҙән заявка ҡабул итә.





