Башҡортостанда һәр полилингваль мәктәп эргәһендә полилингваль балалар баҡсаһы асыла

Башҡортостанда һәр полилингваль мәктәп эргәһендә полилингваль балалар баҡсаһы асыла
Фото №1 - Башҡортостанда һәр полилингваль мәктәп эргәһендә полилингваль балалар баҡсаһы асыла

Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин шулай тип белдерҙе. Әле балалар баҡсаларында полилингваль төркөмдәр эшләп килә. Бында малайҙар һәм ҡыҙҙар туған һәм сит телдәрҙе өйрәнә.

Башҡортостанда һәр полилингваль мәктәп эргәһендә полилингваль балалар баҡсаһы асыла

Әле Өфөлә – ике һәм Стәрлетамаҡта бер полилингваль күп профилле мәктәп эшләп килә. Киләһе йылда ошондай белем биреү усаҡтары Нефтекама ҡалаһы, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында асыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, полилингваль мәктәптәрҙә алдынғы ҡарашлы балалар туплана.

Башҡортостанда һәр полилингваль мәктәп эргәһендә полилингваль балалар баҡсаһы асыла

2024 йылғаса Башҡортостанда тағы 12 полилингваль мәктәп асылырға тейеш. Ҡайһы берҙәре янында интернат төҙөлә. Бында республиканың төрлө район һәм ҡалалары, шулай Рәсәй төбәктәренән балалар белем алыу мөмкинлегенә эйә була.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ