Препарат ҡала һәм райондарға бүленгән. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, йыл аҙағына тиклем вакцинаның тағы бер ҙур партияһы көтөлә. Ведомство башлығы бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны.
Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 159 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған. Пандемия башланғандан алып, хәүефле вирусты йоҡтороусылар һаны 17 мең 419-ға етте.





