«Демография» милли проекты буйынса мәктәпкәсә учреждениеларҙа өҫтәмә урындар булдырыла

Ейәнсура районында ла реконструкциянан һуң  бер-бер артлы дүрт балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Әбүләис ауылында социаль объект элекке мәктәп бинаһында сафҡа инһә, Абҙандаясле төркөмө асылды. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ентекләберәк.

Быға тиклем Әбүләис ауылында балалар баҡсаһы бөтөнләй булмай. Ата-әсәләргә сабыйҙарын күрше ауылға йөрөтөргә тура килә. Ауыл халҡынан мөрәжәғәттәр килә башлағас, урындағы хакимиәт мәктәпкәсә учреждение асыу юлдарын эҙләй башлай. 2010 йылдан алып буш торған мәктәп бинаһын балалар өсөн төҙөкләндереү бурысы ҡуйыла.

Бинаның ҡыйығы йүнәтелә, тышҡы биҙәү эштәре һәм капиталь ремонт башҡарыла. Сығымдар «Демография» милли проекты буйынса финанслана.    

Ә бына Абҙанда балалар баҡсаһы быға тиклем дә эшләп килә. Әммә балалар һаны артыу сәбәпле бәләкәстәрҙе йөрөтөү мөмкинлеге булмай. Өҫтәмә урындар булдырыу маҡсатында бинаның күрше яғында урынлашҡан почта икенсе урынға күсерелә. Ясле төркөмө асыла. Хәҙер балалар баҡсаһына 62 сабый йөрөй ала.

Балалар баҡсаһы реконструкциянан һуң декабрь уртаһында асыла. Әле яслегә алты сабый ғына йөрөй. Ләкин тиҙ арала төркөм тулыһынса тупланырына тәрбиәселәр шикләнмәй. «Демография» милли проекты буйынса ремонт эштәре өсөн 3 миллион ярым һумға тиклем аҡса бүленә. Һөҙөмтәлә, сумманың бер миллион һумы экономиялана. Был аҡсаға бинаны тышҡы яҡтан йылытыу эштәре башлана.

Быйыл Ейәнсура районы буйынса өс балалар баҡсаһы киңәйтелә, берәүе яңынан асыла. Район хакимиәтенән билдәләүҙәренсә, киләһе йылға тағы ике мәктәпкәсә учреждениены киңәйтеү күҙаллана.

Фото №1 - «Демография» милли проекты буйынса мәктәпкәсә учреждениеларҙа өҫтәмә урындар булдырыла

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ