«Бирешмә»нең икенсе миҙгеле

Рәсәй кимәлендә уңыш яулаған беренсе башҡорт үҫмерҙәр сериалының яңы миҙгеле эфирҙа! Был көндө телевизор ҡараусылар оҙаҡ көттө. Ниһайәт, фильм быйыл йәй өс ай эсендә төшөрөлөп, уҙған йәкшәмбе тәүге серияһы күрһәтелде. Әйткәндәй, картина былтыр «ТЭФИ-төбәк» телевизион конкурсында юғары баһаланып, бронза орфей менән бүләкләнгәйне.

«Бирешмә» фильмындағы һәр серия ябай, әммә ваҡиғаларға бай. Улар дүрт төп герой аша һүрәтләнә. Ғаилә-ара мөнәсәбәттәр, социаль системалағы проблемалар яҡтыртыла. Башҡортса сериал ҡала мөхитенә яраҡлаштырылып ижад ителгән. Был хаҡта «Бирешмә»нең икенсе миҙгеле буйынса ойошторолған  фекер алышыу барышында билдәләнде.

Фильм быйыл йәй өс ай эсендә төшөрөлә. Ижади төркөм эшкә ҙур яуаплылыҡ менән тотона. Ниһайәт, икенсе миҙгелдең беренсе серияһы эфирға сыҡты. Әйткәндәй, «Бирешмә» фильмының тәүгеһе теүәл өс йыл элек күрһәтелгәйне.

«Тамыр»ҙар уҙған ял көндәрендә шулай уҡ беренсе башҡорт анимация сериалының исем туйын да уҙғарҙы. 5-6 йыл элек нигеҙ һалынған «Нурбостан» исемле проект тик быйыл Республика Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

12 серияла күрһәтеләсәк картина башҡорт милли брендтары тураһында. Улар фильмда ҡатнашҡан ете герой аша һүрәтләнә. Ролдәрҙе балалар үҙҙәре башҡара. «Нурбостан» Яңы йыл байрамдарында эфирға сыға. Ул рус һәм инглиз телдәрендә субтитр оҙатыуында барыр тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин.