Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитов 88 йәшендә арабыҙҙан китте

Шәүәли Мөхәммәт улы 1932 йылдың 5 декабрендә Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1947 йылда колхозда мал ҡараусы булып башлай. Ойоштороу һәләте булған егет һауынсылар бригадаһына ла етәкселек итә. Ә 1962 йылдан үҙе лә һауынсы эшенә күсә.

Социалистик Хеҙмәт Геройы дүрт тапҡыр Таймаҫ һайлау округынан БАССР Юғары Советына депутат итеп һайлана. Хеҙмәте ике тапҡыр Ленин ордены, Октябрь революцияһы, Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары, БАССР-ҙың атҡаҙаған малсыһы, Көйөргәҙе районының Почетлы гражданины кеүек маҡтаулы исемдәр менән баһалана. Эше, ҡаҙаныштары менән ул заманының лайыҡлы улы булып йәшәне.

Фото №1 - Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитов 88 йәшендә арабыҙҙан китте

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ