Яңы йыл алдынан Иглин районы үҙәгендә яңы кинотеатр сафҡа инде

Урындағы мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан кинозалға район халҡының фекеренә нигеҙләнеп «Космос» тип исем бирелгән. 360 урынға иҫәпләнгән кинотеатр заманса тауыш һәм видеоҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Хәҙер Иглиндә 2 д һәм 3 д форматтағы фильмдар күрһәтеләсәк. Физик мөмкинлектәре сикләнгән тамашасыларға тифлокомментарий һәм субтитрҙар ярҙамға килә. Иглиндәге кинозал республикала быйыл сафҡа ингән бишенсе кинотеатр.

Фото №1 - Яңы йыл алдынан Иглин районы үҙәгендә яңы кинотеатр сафҡа инде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ