Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Оператив штабының махсус төркөмө эшләй башланы. Яңы йыл төнөндә республикала 2 меңдән ашыу полиция хеҙмәткәре, дәүләт автоинспекцияһының 200 патруле, һаҡ хеҙмәтенән 200 кеше, йәмәғәт именлеге ойошмаларынан 1 мең ярым хеҙмәткәр дежур итә. Бынан тыш, Яңы йыл каникулында 2 мең 150 ҡотҡарыусы эшләй, ғәҙәттән тыш хәлдәр өсөн 850 берәмек техника йәлеп ителә. Ошо көндәрҙә 800-ҙән ашыу профилактика төркөмө вәкилдәре рейдтарға сыҡты. Уның барышында белгестәр шәхси йорт, баҡса ширҡәттәре хужаларына янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен аңлата.





