Конкурс һөҙөмтәләре Өфөлә “Киләсәк фабрикаһы” йортонда үткән тантанала иғлан ителде. “Йыл эшҡыуары” конкурсы 15-се тапҡыр үткәрелде. Быйыл еңеүселәр 11 номинацияла бүләкләнде. Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рима Бойцова һөйләй.
Быйыл “Йыл эшҡыуары” конкурсы ике этапта үтте. Унда 86 эшҡыуар ҡатнашты.





