"Салауат Юлаев" клубы йыл һайын уҙғарылып килгән байрам форматын үҙгәртте. Был коронавирус пандемияһына бәйле. Көйәрмәндәр һатып алған уйынсыҡтарҙы уйын аҙағында арена боҙона ташлап һуңынан балалар йорттарына тапшырыу йолаһы бар. Быйыл иһә хоккейсыларҙың автографтары менән плакаттар һәм битлектәр һатыла. Йыйылған аҡса хәйриәгә тотонола. Байрам 28 декабрҙә, Магинтгорскиҙың "Металлург"ы менән уйын ваҡытына планлаштырылған.





