Республика Башлығы Радий Хәбиров яңы предприятие асылыуға рәсми старт бирҙе. “Элком” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфө районы Зубов ауылы янында төҙөлгән яңы заводҡа 650 миллион һум аҡса бүлде. Предприятие стена һәм иҙәнгә ҡуйыла торған электр-техник корпустар, мәғлүмәттәрҙе һаҡлау һәм эшкәртеү үҙәктәре өсөн корпустар, металл конструкциялар етештерә. Киләһе ике йылда 200-ҙән ашыу эш урыны булдырыу, 2026 йылда проект ҡеүәтенә сығыу планлаштырыла. “Элком” йәмғиәте директоры Илшат Шәйхетдинов белдереүенсә, проектты тормошҡа ашырыу илдең сәнәғәт предприятиеларын электротехник шкафтар, сифатлы металл конструкциялар менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.





