Ярыштың маҡсаты – халыҡ өсөн ҡулайлы һәм уңай булған майҙандар әҙерләгән оҫталарҙы асыҡлау. Конкурсҡа Илештәр ҙә ҡушыла. Муниципаль берәмектә быйыл эш алымын үҙгәрткәндәр. Әлегә тиклем һындар эшләүҙә ҡар ҡулланһалар, быйыл боҙға өҫтөнлөк бирелә. Төп сәбәп – ҡарҙың әҙ булыуында, ти оҫта Зөлфәр Уйылданов.
Яңы йыл каникулдарында республикала 21 мең самаһы мәҙәни сара ойоштороу планлаштырыла. Уларҙың 9 меңе – онлайн, 12 меңе – офлайн үтә.





