«Рәсәй гвардияһы» Ҡыш бабайы менән Ҡарһылыуы кескәйҙәрҙе ҡотлап бүләктәр таратты

Малай-ҡыҙҙарҙың кәйефен күтәрергә теләгән хәрбиҙәр быйыл артистарға мөрәжәғәт итмәй үҙҙәре әкиәт геройҙарына әйләнә.  Ҡыш бабай ҡотлауҙарын балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡыуанып ҡабул итә. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, «Рәсәй гвардияһы» хеҙмәткәрҙәре малай-ҡыҙҙарҙы уйын майҙансыҡтарында, парк һәм скверҙарҙа ҡотлай. Көн һайын ике тиҫтәләп ғаиләгә байрам кәйефен еткереү күҙаллана.

Илдең киләсәге – балалар ҡулында. Шуға ла мин ихлас күңелдән Ҡыш бабай булырға ризалаштым. Байрам ойоштороу ҡатмарлы түгел. Һәр кем Яңы йыл кәйефе бүләк итә ала.

Никита миловидов, «Рәсәй гвардияһы»ның башҡортостан идаралығы офицеры
Фото №1 - «Рәсәй гвардияһы» Ҡыш бабайы менән Ҡарһылыуы кескәйҙәрҙе ҡотлап бүләктәр таратты

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ