Шаран ауылы мәктәбендә өҫтәмә корпус төҙөлөшө тамамлана. «Мәғариф» милли проектына ярашлы, учреждениела 250 балаға күберәк уҡыусыны ҡабул итергә мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ бинала ашхана ла киңәйтелә. Быға тиклем балалар бер нисә төркөмгә бүленеп уңайһыҙ шарттарҙа туҡланырға мәжбүр була. Мәктәптә монтаж эштәре тамамланғас, ғинуарҙан малай-ҡыҙҙар яңы корпуста белем ала башлаясаҡ.
Шаран ауылы мәктәбен төҙөкләндереүгә федераль бюджеттан 240 млн һум аҡса бүленә. Төп корпустарҙа мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн шарттар булдырыу ҡаралған. Бынан тыш, малай-ҡыҙҙарға спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар йыһазландырыла. Мәктәп майҙанында хоккей һәм баскетбол түң-әрәктәре ойошторолор тип көтөлә.
Флорида Ким.




