Социологтар халыҡ фекерен белешкән. Респонденттарҙың 80 проценттан ашыуы яҡындары менән байрам табыны ҡора. Халыҡтың 5 проценты ҡунаҡҡа барырға йыйына, тағы 4 проценты дача йәки баҡса йортонда була. Фекер белешеүҙә ҡатнашыусыларҙың 6 проценты бөтөнләй байрам итергә уйламай. “Юлдаш” радиоһын тыңлаусылар Яңы йылды ҡайҙа ҡаршы алырға йыйына? Хәбәрсебеҙ ошо хаҡта ҡыҙыҡһынды.
Әйткәндәй, халыҡ фекерен белешеүҙә ҡатнашҡан респонденттар Яңы йыл өсөн уртаса 13 мең һум тотонорға ниәтләй. Байрам табынына – 5 мең һум, бүләктәргә тағы – 5, күңел асыу сараларына 3 мең һум бүлергә йыйыналар.





