“Мәктәп уҡыусыларына Яңы йыл бүләктәре өләштек”, - ти “Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
2019 йылдың 11 майында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Луганск халыҡ республикаһының Петровское ҡалаһында булды. Ул данлыҡлы генерал, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов алышҡан һәм һәләк булған урындар менән танышты. Радий Хәбиров легендар командир һәм 112-се Башҡорт атлылар дивизияһының 200-ҙән ашыу һалдаты ерләнгән туғандар ҡәберлегенә сәскә һалды.





