Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, янғындарҙың күбеһе торлаҡ йорттарҙа булған. Фажиғәләрҙе кәметеү өсөн эксперттар хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә, шулай уҡ янғын иҫкәртеү приборҙарын урынлаштырырға кәңәш итә. Улар ярҙамында һуңғы 4 йылда 500-гә яҡын кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынған.





