Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттары эпидемиологик талаптарҙы үтәмәгән ресторан-барға мөмкин тиклем юғары штраф һалыуҙы һорап, хоҡуҡ органдарына мөрәжәғәт ебәрҙе. Шулай уҡ төнгө клубты 90 тәүлеккә ябыу талабы ҡуйылды. Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рәсүл Ҡарабулатов республика парламенты депутаттарының фекере менән килешеүе хаҡында белдерҙе.
“Хәүефһеҙ республика” проекты ағзалары эшенә ҡамасаулаған шәхси һаҡ предприятиеһының лицензияһы ла тартып алыныуы ихтимал. Ҡарауылсылар эпидемиологик тәртипте боҙоу осрағын асыҡлауға ҡамасаулаған.





