Ҡыш Бабай күстәнәстәре күп балалы ғаиләләргә таратыла. Проект Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырыла. Уға Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ҡушылды. Яңы йыл бүләктәре таратыуҙа “Әсә йөрәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ла йәлеп ителгән. “Хәйриә акцияһы барышында төрлө райондарҙан 50 ғаиләгә байрам күстәнәсе алып барабыҙ”, - ти ойошма рәйесе Гөлшат Ибраһимова.





