Әсәлек капиталынан аҡсаны тиҙерәк юлларға була. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошоға бәйле закон проекты әҙерләгән.
Проектҡа ярашлы, аҡсаны алыу өсөн 1 ай түгел, ә 15 көн көтөргә кәрәк. Был үҙгәреш ғаиләләргә әсәлек капиталы менән тиҙерәк файҙаланырға мөмкинлек бирә. Мохтаждарға иһә аҡсаны 3 йыл үтмәйенсә лә алырға рөхсәт ителә. Ғаилә килеме йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға түбәнерәк булған осраҡта, айлыҡ түләүҙәр юлларға мөмкин. Ипотека кредиты алғандарға ла әсәлек капиталын 3 йыл үткәнен көтмәйенсә ҡулланыу мөмкинлеге бирелә.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә 8 миллион ярымдан ашыу ғаилә сертификат менән файҙаланған.





